Бергәләп эшләһәң генә...29.05.2018
Башҡорт дәүләт аграр университетында Юғары уҡыу йорттары ректорҙары советының йыл һайын уҙғарылған ултырышы үтте. Сарала республика Хөкүмәте Рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов ҡатнашты.

Премьер-министр әйтеүенсә, университеттар фән һәм технология базаһын әүҙе­мерәк үҫтерергә, инновациялы ҡаҙаныштарға өлгәшергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта бындай эште ҙур предприятиелар менән берлектә алып барыу шарт. Улар, үҙ сиратында, вуз ҡаҙаныштарын үҙ производствоһына индерергә тейеш.
— Уҡыу йорттары предприятиеларға үҙҙә­ренең стратегияһын тормошҡа ашырыу өсөн нимә кәрәклеген аңларға һәм ошо юҫыҡта эшләргә тейеш, — тине Рөстәм Мәрҙәнов.
Былтыр республикалағы юғары уҡыу йорттары сит ил студенттары менән килешеү­ҙәрҙән генә 200 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп иткән. Был йәһәттән нефть, медицина һәм педагогия университеттарын айырып билдәләү шарт. Әммә әлеге күрһәткестәр ысынбарлыҡты сағылдырмай.
Мәғлүмәт технологиялары, иҡтисад, идара итеү, клиник медицина кеүек йүнәлештәргә ихтыяж ҙур, ләкин уларҙы тамамлаған йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү төбәктең генә түгел, тотош илдең проблемаһы булып тора.
— Юғары уҡыу йорттары менән эш биреүселәрҙең үҙ-ара бәйләнешен камиллаштырыу зарур. Беҙгә ошо йүнәлештә эш алып барырға кәрәк, — тине республиканың Юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы рәйесе Раил Әсәҙуллин.



Вернуться назад