Өфөлә республика Башлығы Бөтә Рәсәй велопарадтар көнөнә арналған “1 000 велосипедсы көнө” спорт фестивалендә ҡатнашты.
Рөстәм Хәмитов сарала башҡа ҡатнашыусылар менән бергә Ленин исемендәге майҙандан алып Конгресс-холға тиклем ун саҡрым юл үтте. Өфөнөң Конгресс-холл эргәһендәге майҙанда велосипед спорты төрҙәренә арналған байрам ойошторолдо. Көн дауамында бында ғаилә һәм балалар майҙансыҡтары эшләне, концерт булды, төрлө оҫталыҡ дәрестәре, бәйгеләр үткәрелде.
Республика Башлығы велохәрәкәт активистары менән аралашты, стендта сағылдырылған ҡалалағы велосипед инфраструктураһы хаҡындағы мәғлүмәт менән танышты.
Фестиваль нигеҙендә шулай уҡ балалар һәм ҡарттар йорттарына ярҙам күрһәтеү йәһәтенән хәйриә акциялары үткәрелде.