Илһөйәрлек тәрбиәләнә25.05.2018
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта Башҡортостандың Дәүләт флагын һәм Дәүләт гимнын файҙаланыуҙа ҡайһы бер яңы ҡағиҙәләрҙе күҙ уңында тотҡан “Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы закон проектын тикшерергә ниәтләй.

Милек формаһының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, дөйөм белем биреү ойошмалары биналарына йәки уларҙың биләмәләренә республика флагын даими урынлаштырыу нормаһы тәҡдим ителә. Башҡортостан флагы шулай уҡ мәғариф ойошмалары үткәргән күмәк саралар барышында ла күтәреләсәк.
Закон проектында ошондай учреждение­ларҙа яңы уҡыу йылында тәүге дәрес алдынан, дәүләт һәм муниципаль байрамдарға арналған тантаналарҙа республиканың Дәүләт гимнын башҡарыу күҙаллана. Бынан тыш, һәйкәлдәрҙе, дәүләт байрамдарына арналған тантаналы йыйылыштарҙы асҡанда Башҡортостандың Дәүләт гимнын мотлаҡ башҡарыу талабы ҡуйыла.
— Закон проектындағы яңылыҡтар мәғариф өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтенең мөһим принциптарының береһен тормошҡа ашырыу — йәштәрҙә гражданлыҡ һәм илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында тәҡдим ителде, — тине парламент Рәйесе Константин Толкачев. — Күптән түгел генә ошо өлкәләге федераль ҡануниәткә лә үҙгәрештәр индерелгәйне.


Вернуться назад