Яңы бейеклектәр саҡыра25.05.2018
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге рәсми делегация 24 – 26 майҙа үткәрелгән ХХII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумына юлланды.
Төбәк етәксеһе йыйындың пленар ултырышында, энергетика сессияһында ҡатнаша, “Рәсәй төбәктәре экспорты — яңы сиктәрҙе үтеп” эшлекле дискуссияһында сығыш яһай.
Форум нигеҙендә ҡайһы бер ҙур компаниялар, сәнәғәт предприятиелары һәм ойошмалары менән инвестиция, хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу күҙаллана. Эш планына ярашлы, делегациялар төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре, атап әйткәндә, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу, Рәсәй төбәктәренең инвестиция ҡеүәһен арттырыу, дәүләт идараһында өр-яңы алымдарҙы ғәмәлгә индереү, технологик алға китеште тәьмин итеү өсөн фән ҡаҙаныштарын файҙаланыу буйынса “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә, эшлекле осрашыуҙарҙа, һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша.