Үҙебеҙҙең тауарға өҫтөнлөк бирелә25.05.2018
Өфөлә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “ВДНХ-Экспо” комплексында ХХVI “Газ. Нефть. Технологиялар – 2018” халыҡ-ара күргәҙмәһе нигеҙендә ойошторолған Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумының “Нефть һәм газ химияһы тармағын үҫтереүҙең донъя трендтарында Рәсәй” пленар ултырышында сығыш яһаны.

Ултырыш башланғанға тиклем төбәк етәксеһе күргәҙмә экспозицияһы менән танышты. Унда донъяның ун иленән һәм Рәсәйҙең 32 төбәгенән 350 төп тармаҡ предприятиеһының эшмәкәрлеге сағыла. Экспонат-продукцияның 80 проценты тиерлек илебеҙҙә етештерелгән. Күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙың сирек өлөшө – Башҡортостан предприятиелары.
Пленар ултырышта фән ҡаҙаныштарының өҫтөнлөклө йүнәлештәре, нефть һәм газ химияһы өлкәһендә Рәсәй технологияларының мөмкинлектәре, нефть эшкәртеү тармағындағы яңылыҡтар, импортты алмаштырыу, газ менән тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды.
Форум программаһына утыҙға яҡын эшлекле сара – халыҡ-ара конференциялар, секциялар, семинарҙар, “түңәрәк өҫтәл”дәр индерелгәйне.


Вернуться назад