Фигуристар эҙләп... Өфөгә25.05.2018
Фигуристар эҙләп... ӨфөгәРеспублика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең фигуралы шыуыу буйынса атҡаҙанған тренеры Нина Мозер менән осрашты. Сарала төбәктә төҙөлгән һәм ғәмәлдәге боҙ ареналарының һөҙөмтәлелеген арттырыу, ҡышҡы спорт төрҙәрен үҫтереү, юғары уңыштарға өлгәшеү өсөн спорт әҙерлеген камиллаштырыу мәсьәләләре тикшерелде.

Республиканың баш ҡалаһына Нина Мозер төбәк етәксеһенең саҡырыуы буйынса килгән. Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итеү барышында боҙ спортын үҫтереү йәһәтенән коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма президенты Сергей Трофимец менән осрашҡайны. Башҡортостандағы спорт комплекстарының ҡулай эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса фекер алышҡандан һуң, Рөстәм Зәки улы танылған белгескә мөрәжәғәт иткәйне. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры “Өфө-Арена” универсаль спорт аренаһында, ҡала спорт һарайында, “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында, тау саңғыһы буйынса олимпия резервындағы махсус балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә, шулай уҡ төҙөлөп ятҡан шорт-трек буйынса әҙерлек үҙәгендә, заманса физкультура-һауыҡтырыу үҙәге асыу күҙалланған биләмәлә булды.
— Күргәндәрҙән бик яҡшы тәьҫир ҡалды. Һеҙҙәге спорт объекттары сифат йәһәтенән дә, йыһазланышы буйынса ла юғары кимәлдә, — тине Нина Мозер. — Урындағы халыҡтың һәр йәһәттән хәстәрлеге тойола.
Осрашыу барышында тренер спорт объекттарының һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса тәҡдимдәрен еткерҙе.


Вернуться назад