“Берҙәм Рәсәй” яңырыу юлында23.05.2018
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә “Берҙәм Рәсәй” партияһы Юғары һәм Генераль Советтарының берлектәге ултырышында ҡатнашты. Сара “Йүнәлеш-2026” партия конференцияһы нигеҙендә үткәрелде.

Ултырышта сығыш яһап, партия рәйесе, Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев, конференция ил Президентының яңы май Указында ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн “Берҙәм Рәсәй”ҙең эшен аныҡ көйләү мөмкинлеген бирҙе, тип билдәләне.
– Тик яңырыу аша ғына “Берҙәм Рәсәй” ҡеүәтен тормошҡа ашырасаҡ, үҫеш тәьмин итеп кенә үҙен ХХI быуаттағы етәкселек итеүсе партия итеп күрһәтә аласаҡ, – тине Юғары Совет рәйесе Борис Грызлов. – Ошо рәүешле генә Рәсәй Президенты Владимир Путин алдыбыҙға ҡуйған бурыстарҙы үтәй аласаҡбыҙ.
Партияның Генераль Советы секретары Андрей Турчак муниципаль һәм төбәк дискуссияларына йомғаҡ яһаны.


Вернуться назад