Иғтибар – балалар!23.05.2018
Йәйге каникул алдынан баш ҡалабыҙҙағы ЮХХДИ бәлиғ булмағандар ҡатнашлығындағы юл һәләкәттәренә юл ҡуймауға йүнәлтелгән “Иғтибар – балалар!” профилактик акцияһын ойоштора.

Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йыл башынан алып Өфөлә ошондай 61 фажиғә булған. Уларҙа бер бала һәләк булған, 63-ө имгәнгән.
Балалар ҡатнашлығындағы аварияларҙа йыш ҡына өлкәндәр ғәйепле. Дәүләт автоинспекцияһы “Балалар” тигән юл тамғаһы ҡуйылған урындарҙа водителдәрҙе айырыуса иғтибарлы булырға саҡыра. Ата-әсәләргә иһә балаларға юл ҡағиҙәләрен аңлатыу буйынса эш алып барырға кәңәш ителә. Юлда баланың именлеге тәү сиратта өлкәндәргә бәйле.


Вернуться назад