Ғариза яҙырға өлгөрөгөҙ!22.05.2018
Республикала быйыл 1 ғинуарҙан һуң икенсе сабыйҙары донъяға килгәс әсәлек капиталына сертификат алған 143 ғаилә Пенсия фондының ҡала, райондарҙағы идаралыҡтарына 8 892 һум күләмендәге айлыҡ түләүҙе һорап ғариза яҙған. Шуларҙан 119 ғаилә бындай түләүҙе алған да инде. Пенсия фондының Башҡортостанда ошо маҡсатҡа йүнәлтелгән аҡсаның дөйөм күләме дүрт миллион һумдан ашып киткән.

Әсәлек капиталын тотоноуҙың яңы йүнәлеше — килеме аҙ булған ғаиләләргә айлыҡ түләү — быйылдан ғәмәлгә индерелгәйне. Әлеге категорияға эшкә һәләтле граждандың төбәктә билдәләнгән йәшәү минимумының 1,5 тапҡырға тиң күләменән артмаған килемле ғаиләләр эләгә. Башҡортостанда ул 14 247 һум тәшкил итә.
Ғаиләнең дөйөм килемен асыҡлағанда эш хаҡы, премия, пенсия, социаль пособие, стипендия, компенсация, алимент иҫәпкә алына. Пенсия фондына мөрәжәғәт иткәндә ошо аҡсаның күләме, фондтан алынған түләүҙәрҙән тыш, документтар менән раҫланырға тейеш. Ғаризаны икенсе бала тыуғас йыл ярымда тапшырырға мөмкин. Сабый донъяға килгәндең тәүге алты айында мөрәжәғәт итһәгеҙ, түләүҙе баланың тыуған көнөнән үк билдәләйәсәктәр. Алты айҙан һуңға ҡалһағыҙ, аҡса ғариза биргән көндән тәғәйенләнә. Шуға күрә сабыйҙары ғинуарҙа тыуған ғаиләләргә алты ай үткәнсе тейешле ҡарар ҡабул итеү шарт — айлыҡ түләүҙе ҡулға алырғамы, әллә уны әсәлек капиталының башҡа йүнәлештәренә (торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, белем биреүгә, әсәнең буласаҡ пенсияһына, инвалид баланы социаль яраҡлаштырыуға) йүнәлтергәме.
Ғаризаны Пенсия фондының клиенттар хеҙмәтендә тапшырырға мөмкин. Аҡса граждандың Рәсәй банкында асылған иҫәбенә күсерелә. Ул сабыйға 1,5 йәш тулғанға тиклем түләнә, әммә тәүге түләү осоро бер йылға иҫәпләнә. Йыл үткәс, сертификат хужаһы ҡайтанан ғариза яҙа ала. Әсәлек капиталы тулыһынса файҙаланылһа, ғаилә йәшәгән урынын үҙгәртһә йәки балаға йәш ярым тулһа, түләү туҡтатыла.


Вернуться назад