Лифтта реклама ярамай22.05.2018
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары “Реклама тураһында”ғы Федераль законға лифттарҙа, торлаҡ йорт подъездарында алкоголле продукцияны рекламалауҙы тыйыуға бәйле үҙгәрештәр индереүҙе күҙ уңында тотҡан закон сығарыу башланғысы менән Дәүләт Думаһына мөрәжәғәт итергә ниәтләй.
— Рәсәйҙә алкоголле продукцияны һәм һыраны рекламалауға ҡарата ярайһы уҡ ҡәтғи сикләүҙәр ғәмәлгә индерелде. “Реклама тураһында”ғы Федераль закон транспортта, телевидениела, Интернет селтәрендә, мәғариф, медицина ойошмалары һәм башҡалар эргәһендәге биналар стенаһында алкоголь рекламалауҙы тыя, — тине парламент Рәйесе Константин Толкачев. — Шул уҡ ваҡытта торлаҡ йорттарҙағы подъездар һәм лифттар федераль закон сығарыусыларҙың иғтибарынан ниңәлер ситтә ҡала. Йыш ҡына бындай стендтарҙа иҫерткес эсемлектәр, күп осраҡта һыра рекламалайҙар. Бындай хәл фатир хужаларында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, сөнки лифттан көн һайын өлкәндәр генә түгел, балалар ҙа файҙалана. Бындай реклама йәштәрҙең һәм балаларҙың әхлаҡи һәм физик сәләмәтлегенә кире йоғонто яһай, насар ғәҙәттәрҙе пропагандалай.