Төнөн… музейҙар буйлап22.05.2018
Өфөлә төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов “Музейҙар төнө” халыҡ-ара акцияһына ҡушылған бер нисә республика музейында булды.

М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында Баш­ҡортостан етәксеһе “Замандаштар” күр­гәҙмәһен ҡарап сыҡты. Экспозицияға танылған ғалимдарҙың, рәссамдарҙың һәм сәнғәт белгестәренең 13 портреты инә. Рөстәм Зәки улы шулай уҡ “Дәүер шәхестәре” тип аталған XVIII быуат аҙағы – ХХ быуат башындағы рус сәнғәте экспозицияһы менән дә танышты.
“Мираҫ” арт-галереяһында Рөстәм Хәмитов шәхси коллекцияларҙан сәнғәт әҫәрҙәре күргәҙмәһендә булды. Унда танылған башҡорт рәссамдарының әҫәрҙәре, графика, скульптура тупланған. Галерея был коллекцияны 25 йыл буйы йыйған. Ҡайһы бер картиналарҙы республика етәксеһенә рәссамдар үҙҙәре күрһәтте. Төбәк Башлығы уларҙың ижади пландары менән ҡыҙыҡһынды, артабан уңыштар теләне.
Өфө художество галереяһында иһә Рөстәм Хәмитов “Башҡортостан” милли паркы ойошторған күргәҙмәне ҡарап сыҡты. Унда илебеҙҙең һәм республиканың махсус һаҡланған биләмәләрендә, шул иҫәптән “Шүлгәнташ” ҡурсаулығында яһалған фотолар сағыла. Әйткәндәй, күргәҙмә нигеҙендә төрлө оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар ойошторолғайны.
Ошонда уҡ төбәк Башлығы Уральск ҡалаһының ҡаҙаҡ рәссамдары әҫәрҙәре экспозицияһында ла булды. Ул 11 авторҙың һынлы сәнғәт һәм графика әҫәрҙәрен үҙ эсенә алған. Унда яҡташыбыҙ Һатыбалды Ҡолбәковтың эштәре лә бар.
Музейҙарға сәфәр барышында Рөстәм Хәмитов урындағы етәкселәр менән аралашты, киләсәккә пландарҙы, ойоштороу мәсьәләләрен тикшерҙе.


Вернуться назад