Яңыраҡ Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов республика киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән Көйөргәҙе, Ейәнсура һәм Күгәрсен райондарында булып, яҙғы баҫыу эштәре барышы менән танышты.
Көйөргәҙе районында баҫыу эштәре дәррәү гөрләй. Мәҫәлән, фермер Илшат Мәзитовтың 2 608 гектар һөрөнтө ере булып, әлеге көнгә бойҙай, көнбағыш кеүек яҙғы культураларҙы сәсеү тамамланған, бары 200 гектар майҙанда ҡарабойҙай ултыртырға ҡалған. “Искра” ауыл хужалығы кооперативында ла эш тамамланыуға табан бара. Райондағы иң ҙур хужалыҡ – Киров исемендәге предприятие 16700 гектар ерҙе эшкәртһә, уның 11 335 гектар майҙанында сәсеү эштәре атҡарыла.
Ейәнсура районында ла сәсеү уңышлы бара. Районда яңы эш башлаған инвестор – “АУ-Агро” предприятиеһының 8 735 гектар һөрөнтө ере бар. Уларҙа иген, мал аҙығы культуралары, шулай уҡ бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ үлән сәсеү ҡаралған. Хужалыҡ ҡеүәтле яңы техника менән тәьмин ителгән. “Маяҡ” йәмғиәтенең иһә 15 298 гектар ауыл хужалығы ере булһа, уның 4 837 гектар майҙанында төрлө культуралар сәсәләр. Төбәктә һарыҡ үрсетеү менән шөғөлләнгән иң ҙур предприятиела ҡыҙыу мәл.
Күгәрсен районы баҫыуҙарында ла эш ҡайнай. Иң ҙур хужалыҡтарҙың береһе булған “Тәүәкән” йәмғиәтенең баш агрономы Азамат Хисмәтуллин белдереүенсә, әле улар иген культураларын сәсеү экваторын үткән. Шулай уҡ быйыл 40 гектар картуф, 50 гектар шәкәр сөгөлдөрө үҫтерәсәктәр. Кукуруз, көнбағыш, ҡуҙаҡлы культураларға ла иғтибар ҙур.
Көндәрҙең ямғырлы тороуы ҡайһы бер райондарҙа яҙғы эштәрҙе тотҡарлаһа ла, 68 процент майҙанда баҫыу эштәре атҡарылған. Шәкәр сөгөлдөрө 85, май культуралары – 88, ҡуҙаҡлы иген культуралары – 88, яҙғы иген культуралары 73 процент майҙанда сәселгән.