Йылылыҡ өсөн яңыса түләйәсәкбеҙ18.05.2018
Киләһе йылытыу миҙгеленән башлап республиканың дүрт ҡалаһы — Өфө, Благовещен, Стәрлетамаҡ, Нефтекама — йорттарға йылылыҡ бирелгән айҙарҙа ғына уның өсөн түләйәсәк. Тәүге квитанциялар ҡулланыусыларға ноябрҙә таратыла.

Республикала йылытыу миҙгеле ок­тябрҙә башлана. Быйыл үрҙә телгә алынған ҡалалар халҡы күп фатирлы йорттағы иҫәп-хисап приборы теркәгән ҡулланылған ресурс өсөн хаҡ түләйәсәк. Уның дәүмәле айҙыҡы айға бүленеп ҡулланыусыға еткереләсәк.


Вернуться назад