Иғтибар үҙәгендә — халыҡ мәнфәғәте18.05.2018
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте. Төбәк етәксеһе Башҡортостан халҡы менән биләмәләрҙе үҫтереү, социаль өлкә, мәҙәниәт һәм спорт мәсьәләләрен тикшерҙе.

Боҙ спортын үҫтереү буйынса коммер­цияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы президенты Сергей Трофимец Өфөлә төҙөләсәк бассейнлы һәм боҙ ареналы заманса физкультура-һауыҡтырыу үҙәген тулыландырыуға, уның ҡулай эш итеүенә ҡағылышлы спорт берләшмәһе тәҡдим­дәрен белдерҙе. Миәкә районының Исламғол ауылында йәшәгән Әнисә Рәхмәтуллина иһә республика Башлы­ғына ауылдаштары исеменән Өйәҙе йылғаһы аша авария хәлендәге күперҙе капиталь төҙөкләндереүҙә һәм Елдәр ауылында район дауаханаһы бүлексә­һенең эшен яңыртыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Әңгәмәлә шулай уҡ ауылда кәрәҙле элемтәнең булмауы мәсьәләһе лә күтәрелде.
Өфөлә йәшәгән Татьяна Хлесткина менән Снежана Йәнгилдина “Без затей” ғәмәли экология клубы эшмәкәрлеге тураһында һөйләне, “Умарта” экологик белем биреү үҙәген ойоштороу йәһәтенән пландары менән уртаҡлашты.
Күренекле башҡорт яҙыусыһы, С. Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты Ғәли Ибраһимовтың ҡыҙы Гүзәл Корнилаева менән төбәк Башлығы 2019 йылда прозаиктың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған сараларға әҙерләнеү һәм уларҙы үткәреү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Граждандарҙы ҡабул итеү йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Хөкүмәтенә, республика министрлыҡтарына һәм ведомстволарына күрһәтмәләр бирелде.


Вернуться назад