Ҡыҙыу эш көтә16.05.2018
Республика Хөкүмәт йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының “2024 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында”ғы Указын бойомға ашырыу буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Был төп документ фәнни-технологик һәм социаль-иҡтисади үҫеште, демографик хәлде яҡшыртыуҙы, илдә, шул иҫәптән республикала, йәшәү сифатын күтәреүҙе тәьмин итеү өсөн нигеҙ буласаҡ. Кәңәшмәлә Рөстәм Хәмитов, Указдағы һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, демография, торлаҡ кеүек төп йүнәлештәргә туҡталып, 2024 йылға тиклем уларҙы системалы үҫтереү юлдарын билдәләне.
– Указға ярашлы, ил алты йылда бөтә йүнәлештәрҙә лә кинәт ынтылыш яһарға һәм донъялағы иҡтисади иң көслө биш дәүләт иҫәбенә инергә тейеш. Республиканың “Стратегия – 2030” документы буйынса, сәнәғәт етештереүен йыл һайын 3-3,5 процентҡа үҫтереү ҡаралған. Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырғанда ғына был маҡсаттарға өлгәшергә мөмкин. Беҙҙең маҡсат – 2030 йылға ошо күрһәткестәр буйынса төбәктәр араһында иң яҡшы унау иҫәбенә инеү, – тине Рөстәм Зәки улы.
Кәңәшмәлә республиканың мәғариф өлкәһендәге, демографик үҫеш буйынса һәм медицина тармағындағы программалар, торлаҡ төҙөү һәм ҡала мөхите, хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар төҙөү йүнәлешендәге милли проекттар хаҡында тейешле ведомство етәкселәре сығыш яһаны.