“Өфө” Европаға “тәҙрә уйҙы”16.05.2018
“Өфө” Европаға “тәҙрә уйҙы”Был йәкшәмбе Башҡортостан көйәрмәндәре өсөн уғата иҫтәлекле көн булды. Рәсәй футбол премьер-лигаһының һуңғы турында “Өфө” командаһы Санкт-Петербургтан “Тосно” менән осрашты.

Уйын хәл иткес ине. Уның йомғаҡтары буйынса баш ҡалабыҙ футболсыларының турнир таб­лицаһында нисәнсе урын яулары, һөҙөмтәлә Европа лигаһына эләгеү-эләкмәүе билдәле булды. Матчта еңһәләр, яҡташтарыбыҙ бер һүҙһеҙ ошо уңышҡа өлгәшә ине. Был осраҡта башҡа парҙарҙың үҙ-ара нисек уйнауы беҙгә барыбер буласаҡ.
“Нефтсе” стадионындағы осрашыу ысынлап байрамға әйләнде. Командабыҙ ҡунаҡтарҙы 5:0 иҫәбе­нә ҡыйратты. Тимәк, ил буйынса 6-сы урынды алды. Ә был һөҙөмтә Европа турнирында уйнарға мөмкинлек бирҙе. Күҙ алдына ғына килтерегеҙ, беҙгә Лондондың “Арсенал”ы, Герма­нияның “Байер”ы йә Италияның “Интер”ы килә ти! Әммә был хыялға алыҫ әле, сөнки командабыҙ тәүҙә өс квалификация турын уңышлы үтергә тейеш.
Дөрөҫөн әйткәндә, “Өфө” Европа лигаһына эләгергә лә тейеш түгел ине. Унда һәм Чемпиондар лига­һында Рәсәй беренселегендә тәүге биш урынды алған клубтар ғына ҡатнаша ала. Алтынсы юллама Рәсәй кубогын яулаған командаға бирелә. Быйыл был уңышҡа тап “Тосно” өлгәшкәйне. Ләкин улар Европала уйнар өсөн ваҡытында лицензия алып өлгөрмәне. Ә беҙ­ҙең клуб алдан уҡ был эште башҡарып ҡуйғайны. “Тосно”ға рөх­сәт бирелмәгәс, сират 6-сы урын­дағы командаға, йәғни “Өфө”гә, тәтене.
Бәхет көтмәгәндә килә бит ул! Хәҙер команданы нығытыу тура­һында уйларға кәрәк. Миҙгел тамамланыу менән ике уйынсыбыҙ беҙҙән китте. Ә Европала йөҙ ҡыҙармаһын ине.


Вернуться назад