Бәндәбикә” юлға сыҡты15.05.2018
Бөгөн Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы һәм ветерандары башланғысында ойошторолған “Бәндәбикә” автоуҙышы старт алды. Биш көнгә иҫәпләнгән сара халыҡҡа хәйриә, медицина, социаль, юридик ярҙам күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

– Автоуҙыш сиктәрендә баш­ҡорттарҙың арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙы Бәндәбикәнең данын ҡайтарыу, Баймаҡ районындағы Мөжәүир хәҙрәт музейы, Мәләүездәге Ергән тауы, Миәкәләге Нарыҫтау кеүек изге урындар хаҡында һөйләү, уларҙы пропагандалау ҙа алып барырға уйлайбыҙ, – тине Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина.
Автоуҙышта ҡатнашыусылар Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен райондары аша үтәсәк. Сара барышында ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары, оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән ғаиләләр, әүҙем йәштәр менән дә осрашыуҙар ҡаралған. Был хаҡта урындағы хакимиәттәр хәбәрҙар, шуға ла һорауҙары булғандар уларға мөрәжәғәт итә йә ойошманың сайтында таныша ала.
Әйткәндәй, автоуҙыш дүрт өлөштән тора — йыл дауамында Бәндәбикә республиканың төньяҡ-көнсығыш, төньяҡ-көн­байыш һәм үҙәк райондарына юлланасаҡ.


Вернуться назад