Улар Екатеринбург ҡалаһының Коммунарҙар майҙанында урынлашҡан Мәңгелек ут янынан сәфәргә сыҡҡан. “Урал ирекмәне” автойөрөшө сиктәрендә күрше төбәктә йәшәгән милләттәштәребеҙ, Рәсәй батырҙары ҡатнашҡан яуҙарға битараф булмағандар, йәштәр, ғалимдар, журналистар артабан юлын Красноуфимскиға табан йүнәлткән. Төп маҡсаттары – Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығы сиктәрендә яугирҙәрҙе, улар менән бәйле ваҡиғаларҙы иҫкә алыу, был хаҡта киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу. Икенсе төркөм ирекмәндәр Свердловск өлкәһенең Натальинск ҡасабаһынан Паровоз – хәтер Л1699 янынан ҡуҙғалып, автойөрөшкә сыҡҡандарға ҡушылған. Әйткәндәй, был паровоз һуғыш ваҡытында ҡаһармандарса эшләгән, һәләк булған депо хеҙмәткәрҙәренә ҡуйылған. Оло Ыҡтамаҡта концерт-митингтан һуң, сәфәрҙә ҡатнашыусылар Салауат районындағы батырҙың музейына инеп, ундағы тарихи мәғлүмәттәр менән танышты. Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе З. Ғатауллин ирекмәндәрҙе оҙатып Өфөгә килде.
Баш ҡалалағы автойөрөштә ҡатнашыусылар сәфәрен Салауат батыр һәйкәленән башланы, сәскәләр һалды, уның яҙмышына һоҡланыуын белдерҙе. Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, өлкә губернаторы эргәһендәге Милли мәсьәләләр буйынса кәңәшмә советы ағзаһы Нәфисә Төмәнцева Салауат Юлаевтың яҡты исеме бер ҡасан да онотолмаясағына баҫым яһаны.
Артабан саралар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында дауам итте. Аппарат етәксеһе Рөстәм Баянов ҡунаҡтарҙы милли мәсьәләләр, ҡоролтай эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Ошонда уҡ тарихсы Азат Ярмуллин ҡунаҡтарға видеояҙмалар ярҙамында башҡорт халҡының хәрби тарихына сәйәхәт яһаны.
Ултырыштан һуң автойөрөштә ҡатнашыусылар Еңеү паркына юлланды, Советтар Союзы Геройҙары Шакирйән Мөхәмәтйәнов (Александр Матросов), Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин, Бөйөк Ватан һуғышының данлы улдары, шулай уҡ ҡаһарман батырҙар, генералдар Миңлеғәли Шайморатов менән Таһир Кусимов бюстарына сәскәләр һалды. Ҡунаҡтар Дан музейы менән дә танышты.
Автойөрөш данлыҡлы генерал М. Шайморатовтың тыуған ауылында, уға ҡуйылған һәйкәл янында тамамланды. Сараны ойоштороусы, Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының Красноуфимск бүлексәһе етәксеһе, Урал тимер юлы техникумы директоры Виталий Ихъяев: “Был сәскәләр бөйөк батырҙың яҡты рухын иҫкә алыу, уның менән ғорурланыу тойғоһо ғына түгел, ә Мәңгелек хәтер билдәһе лә”, – тине. Свердловск өлкәһе ғалимдары, хәбәрселәре автойөрөш хаҡында үҙҙәрендә лә яҙып сығасаҡ.