Бәлеш байрамы көтә15.05.2018
19 майҙа Бүздәк ауылында үҙенсәлекле сара – “Бәлешфест” милли кухня фестивале үтә. Уның маҡсаты – Башҡортостандағы традицион милли кухняны тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү; башҡорт һәм татар халыҡтарының милли аш-һыуы – бәлеш әҙерләү үҙенсәлектәре менән таныштырыу; фестиваль ҡунаҡтарында милли йолаларға ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу.


Әлбиттә, милли аш-һыуҙың данын арттырыуҙы тәүмаҡсат итеп ҡуйған фестиваль Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәрен берҙәм рухи киңлектә туплаясаҡ, милли ҡунаҡсыллыҡ өлгөһөн күрһәтәсәк, экологик яҡтан таҙа, сәләмәт аҙыҡ-түлекте пропагандалауҙа ҙур роль уйнаясаҡ, күптәр өсөн тәжрибә уртаҡлашыу майҙанына әүереләсәк.
Фестивалде Башҡортостан Халыҡтары ассамблеяһы, Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто, Бүздәк районы хакимиәте менән берлектә йәмәғәт ойошмалары үткәрә.
Бәлеш байрамы, әлбиттә, милли аш-һыуҙан һығылып торасаҡ, фестиваль символы булараҡ, ҙур итле бәлеш бешереләсәк. Ҡунаҡтар төрлө халыҡ уйындарында ҡатнашасаҡ, халыҡ оҫталары тауарҙары күргәҙмәһендә үҙенсәлекле тауарҙар һатып алыу мөмкинлеге буласаҡ һәм, әлбиттә, оҫтабикәләр өр-яңы ризыҡ рецепттары менән таныша аласаҡ.


Вернуться назад