Икмәк яҡшыра15.05.2018
“Роспотребнадзор” хеҙмәткәрҙәре батон һәм икмәк ризыҡтарын тикшергәндән һуң ошондай фекергә килгән. Баҡтиһәң, һуңғы биш йылда изге ризыҡтың сифатына ҡарата иҫкәрмәләр кәмей төшкән, брак өс процент тура килә.
Ә бына кондитер изделиеларында норманан ситләшеү ете процентҡа етә. Барлыҡ продукцияның ике проценты — күгәргән һәм патогенлы микроорганизмдар. Рәсәй икмәк бешереүселәр һәм кондитерҙар гильдияһы президенты Юрий Каннельсон аңлатыуынса, мейестә ят организмдар һәләк була. Тимәк, бешкән икмәкте дөрөҫ һаҡламайҙар.
Аҙыҡтың 0,8 процентында физик-химик күрһәткестәр боҙолған, был икмәктең еүешлеге тигән һүҙ. Технология буйынса, икмәк әҙер булғандан һуң сәғәт-сәғәт ярым ятырға һәм һыуынырға тейеш. Әммә ҡайһы ваҡыт был талапты үтәмәйҙәр. Уны тиҙерәк сауҙа нөктәләренә оҙатырға теләп, герметик һауыттарға төрөргә ашығалар. Тейешле шарттар боҙола һәм икмәк еүешләнә. Ә 0,1 проценты пестицидтар, бәшмәк токсиндары менән зарарланған. “Былары иһә бары ондан барлыҡҡа килә”, — ти Юрий Каннельсон. Тимәк, сеймал килтереүсе сифат сертификатында ялған аҙымға барған, сөнки икмәкханала пестицидтарға урын булмауы һәр кемгә билдәле.