Билетты ҡабат алмайбыҙ15.05.2018
Рәсәйҙә поездарға алынған билеттарҙың кире тапшырып булмаясаҡ төрө барлыҡҡа киләсәк. Яңы законға ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.


Махсус тариф 2019 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк. Кире тапшырыу хоҡуғы сикләнгән билет шаҡтай арзан торасаҡ. Әммә күпмегә арзан буласағы әлегә билдәһеҙ. Хаҡы Яңы йылға ҡарай иғлан ителер тип көтөлә. Әйткәндәй, уның сығымы “Рәсәй тимер юлы” тарафынан бизмәнгә һалынған. Әлбиттә, был бөгөн уйлап сығарылған яңылыҡ түгел. Донъяның барлыҡ авиакомпанияларында бындай алым ҡулланыла. Кире ҡайтарылмай торған билет уртаса 20 процентҡа осһоҙораҡ.
Әммә барыбер ундай билеттарҙы ла кире тапшырыу мөмкинлеге бар. Законда ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағы яҙылған. Мәҫәлән, пассажир ауырып китһә йәки көтөлмәгән бәхетһеҙлек осрағы килеп сыҡҡанда. Шулай уҡ пассажир менән барырға тейешле ғаилә ағзаһының ҡапыл ауырыуы йәки вафат булыуы ла ғәфү ителә. Әлбиттә, аҡсаһын кире алыр өсөн уға килеп тыуған проблемаларын күрһәтеп, уны раҫларға кәрәк. Шулай уҡ пассажир поезд булмағанда йәки һуңлағанда ла билетын тапшыра ала.


Вернуться назад