Рәхим_итегеҙ! Бер осрашыуға ни етә!11.05.2018
Беҙ 1968 йылда Башҡорт ауыл хужалығы институтының (хәҙерге Башҡорт дәүләт аграр университетының) ветеринар факультетын тамамланыҡ. Ярты быуат элек бергә уҡыған һабаҡташтар һәм беҙҙе уҡытҡан тәжрибәле уҡытыусыларыбыҙ әле лә хәтерҙә.


Институт тамамлауға ярты быуат үтеп китте. Уйлаһаң, уйылып китерлек – беҙ кем инек, кем булдыҡ?
Әлбиттә, курсташтарымдың барыһын да һанап сығыу мөмкин түгел, һәр береһе белем алып, тормошта үҙ юлын тапты: ғаилә ҡорҙо, балалар үҫтерҙе, уларҙы аяҡҡа баҫтырып, белем алырға мөмкинлек тыуҙырҙы...
Йылдар үтте... Ҡасандыр беҙгә белем биргән уҡытыусыларыбыҙҙың йәшен дә үтеп киттек, күптәре арабыҙҙа ла юҡ. Институтта үҙ эшенә мөкиббән киткән, күңел йылыһын, белемен тик студенттарға өләшергә ашыҡҡан кешеләр уҡытты: институт ректоры Н.Р. Бәхтизин, партком секретары В.И. Мозжерин, ветеринар бүлеге мөдире В.М. Болдырев, И.Е. Чеботарев һәм В.С. Калмыков. Профессорҙар В.К. Пластова, П.Т. Тихонов, И.Ф. Заячикевский, Н.А. Судаков, доктор Х.Х. Абдюшев... Уларҙы оноторлоҡмо һуң?
Осрашыу кисәһенә әҙерлек бара. Ошо уңайҙан институттың ветеринар факультетын 1968 йылда тамамлаған студенттарға мөрәжәғәт итәм.
Ҡәҙерле курсташтарым! Быйыл беҙҙең институтты тамамлауға 50 йыл тула. Шуға тиклем үҙегеҙҙең ҡайҙа, кем булып эшләүегеҙ, ниндәй уңыштарға өлгәшеүегеҙ, ғаилә хәлдәре тураһында ҡош телендәй генә хат яҙып ебәрһәгеҙ, бик шат булыр инек. Осрашыу кисәһенән ситтә ҡалмағыҙ!
Кисә 2 июндә иртәнге сәғәт 10-да Башҡорт дәүләт аграр университеты бинаһында башлана. Белешмәләр өсөн телефон: 8(34758)2-43-94.


Вернуться назад