Интернет урлашырға өйрәтә...11.05.2018
Өфө ҡалаһының Киров районы прокуратураһы, Интернетҡа күҙәтеү яһап, һыу, электр, газ счетчиктарының эшен туҡтатыу һәм пломбаларҙы асыу буйынса мәғлүмәттәрҙең барлығын асыҡлай.
Сайттарҙың эшмәкәрлеге законға ҡаршы килеүен иҫәпкә алып, Прокуратура уларҙы ябыуҙы талап итеп, район судына мөрәжәғәт итә.
Шулай итеп, суд интернеттағы 10 сығанаҡтың эшен туҡтата. Суд ҡарары көсөнә ингәндән һуң, материалдар тейешле сара күреү өсөн “Роскомнадзор”ға оҙатыла