Ришүәтселәр күбәйгән11.05.2018
Рәсәй Генераль Прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл беренсе кварталда беҙҙең республикала “ришүәт алыу” статьяһы буйынса 38 енәйәт теркәлгән.
Былтыр иһә ошо уҡ статья буйынса ҡылынған енәйәттәр һаны 62-гә еткән. Шулай итеп, төбәктә өс айҙа былтырғы күрһәткестең яртыһы “үтәлгән”.
Март айы һөҙөмтәһе буйынса ришүәт биреүгә бәйле ун енәйәт осрағы теркәлгән. Йәғни “ришүәт алған” – 22, “ришүәт биргән” 12 эш алдан тикшереүгә оҙатылған. Әле “биреүгә” бәйле бер енәйәт асылмай ҡалған.