Бер көндә ике фажиғә11.05.2018
Ниңәлер кешелек үткәндәрҙән һабаҡ алмай, шул уҡ хаталарҙы ҡабатлауға юл ҡуя. Мәҫәлән, яҙғы ташҡын мәлендә йыл да кеше ғүмере өҙөлә. Быйыл да 1 Май байрамы берәүҙәр өсөн шатлыҡ килтерһә, икенселәр өсөн ҡайғыға әйләнде.
Был юлы республикала туристарҙың ике төркөмө бәләгә тарыны. Бәләкәй Инйәр йылғаһында ике катамаран бәрелеү һөҙөмтәһендә 33 йәшлек ҡатын һәләк була. Шул уҡ көндә Ләмәҙ йылғаһында аҡҡан туристарҙың да катамарандары түңкәрелеп, бер кеше ағып китә.
Инйәрҙәге ваҡиғаға битараф булмағандар Интернет селтәрендә: “Йыл һайын унда кемделер юғалталар. Шарлауыҡтан һуң тамуҡ урыны асыла. Яр һәйкәлдәр менән тулған...”, “Ниңә үлем булған ергә тығылалар икән? Аҡылһыҙлыҡ”, – тип яҙа.
Дим йылғаһында иһә ике урынлыҡ кәмәлә дүрт кеше йөҙөргә төшә. Етмәһә, ике йәшлек баланы ла үҙҙәре менән алалар. Кәмә түңкәрелгәнен Дим урмансылығында йәшәгән ир күреп ҡалып, һыуҙан сығырға ярҙам итә, “Ашығыс ярҙам” саҡыра. Ике оло кеше һәм бала өшөп өлгөрә, әле хәлдәре яйланған.