“Азия”ны яптылар11.05.2018
Кемерово ҡалаһындағы “Ҡышҡы сейә” күңел асыу үҙәгендәге фажиғә илдәге янғын хәүефһеҙлеге ҡануниәтенең үтәлешенә яңынан ныҡлы иғтибар талап ителеүен иҫкәртте. Республикала халыҡ күп булған урындарҙа, сауҙа һәм ял үҙәктәрендә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең үтәлешен тикшереүҙәр башланды. Күҙәтеү органдары белдереүенсә, төбәктә лә был йәһәттән хәл-торош әллә ни шәптән түгел.

Яңыраҡ Өфө ҡалаһының Киров һәм Октябрь райондары прокуратуралары, ғәҙәттән тыш хәлдәр белгестәре менән ойошторған тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә судҡа мөрәжәғәт итеп, “Азия” һәм “Көнсығыш клубы” сауҙа үҙәктәренең эшмәкәрлеген туҡтатты.
“Гурьев” ҡулланыусылар кооперативына ҡараған сауҙа үҙәгендә янғын сигнализацияһы һәм янғын системаһы эшләмәгән, ә түбән ҡаттарҙа улар бөтөнләй булмаған. Бина төтөн һурҙырыусы вентиляция ҡорамалы менән дә йы­һазландырылмаған. Электр сымдары ҡапланмаған, янғын крандары әйберҙәр менән күмелгән, ә эвакуация ишектәре келәгә бикләнгән.
Балаларҙы физкультура-һауыҡтырыу һәм өҫтәмә белем биреү менән шөғөлләнгән “Көнсығыш клубы” үҫеш үҙәге” йәмғиәте бинаһында ла янғын хәүефһеҙлеге тупаҫ боҙолған


Вернуться назад