Торлаҡ хаҡы күпме?11.05.2018
Торлаҡ хаҡы күпме? Республикала 2018 йылдың II кварталына ҡала округтарындағы, муниципаль райондарҙағы торлаҡтың бер квадрат метрының уртаса баҙар хаҡы раҫланды. Улар республикала даими йәшәгән һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған кешеләргә бүленгән субсидияны иҫәпләү өсөн кәрәк.

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты фарманына ярашлы, быйыл II кварталда Өфөлә дөйөм торлаҡ майҙанының бер квадрат метры 39 030 һум тип баһалана. Стәрлетамаҡта ул – 37 350, Ок­тябрь­скийҙа – 36 821, Туймазыла иһә 36 165 һум. Бер квадрат метрҙың иң түбән хаҡы Ағиҙелдә (28 436 һум), Баймаҡта (29 748), Межгорьела (29 783) билдәләнә.
Муниципаль райондарға килгәндә, иң юғары уртаса баҙар хаҡы Өфө районында (36 821 һум) күҙәтелә. Икенсе урында – Шишмә районы (33 777 һум), өсөнсөлә иһә – Тәтешле районы (33 102). Иң арзан бер квадрат метр хаҡы – Баймаҡ районында. Унда был күрһәткес 24 405 һум тәшкил итә.


Вернуться назад