Ҡаһарманлыҡ һәм ватансылыҡ өлгөһө11.05.2018
Өфөлә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 73 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны.

– Тыуған илде һаҡлаусыларҙың ҡаһарманлығы һәм батырлығы, ул йылдарҙағы тарихи ҡаҙаныштар кешеләр хәтерендә мәңгегә ҡалыр. Башҡортостан халҡы бөтә ил менән бергә фронтта героизм, заводтарҙа һәм фабри­каларҙа, баҫыуҙарҙа һәм төҙөлөштәрҙә, медсанбаттарҙа һәм госпиталдәрҙә хеҙмәт батырлығы күрһәтте, – тине республика етәксеһе. – Халҡыбыҙ ул ҡан ҡойғос һуғыш хаҡында ябай булмаған хәҡиҡәтте һаҡлай. Еңеү көнөндә беҙ яу яланында һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған, әсир­лектә яфалап үлтерелгән, оккупацияланған ҡала, ауыл­дарҙа зыян күргән, яраларҙан, аслыҡтан, ауырыу­ҙар­ҙан һәм ауыр эштән вафат булған 100 меңдәрсә кешене иҫкә алабыҙ. Пуляларҙан һәм туп ярсыҡтарынан имгәнеп ҡайтыуға ҡарамаҫтан, тере ҡалыу, иң мөһиме – еңеп сығыу, тыуған йортон күреү, яҡындарын ҡосағына алыу бәхете тейгәнгә ҡыуанған фронтовиктарҙы хәтергә төшөрәбеҙ.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, 2018 йыл Ватан тарихында бер нисә иҫтәлекле дата – Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы һәм Флоты ойошторолоуҙың 100 йыллығы, Ленинград блокадаһын өҙөүҙең һәм Икенсе донъя һуғышында һынылыш осорон тәшкил иткән Сталинград һуғышының 75 йыллығы менән әһәмиәтле. Төбәк Башлығы фашист илба­ҫарҙарын ҡыйратыуға республиканың тос өлөш индереүе хаҡында һөйләне, Башҡортостанда тыуып-үҫкән батырҙарҙың исемдәрен һанап үтте. Тантаналы йы­йылышта ҡатнашыусылар бер минутҡа тын ҡалып, һәләк булғандарҙы һәм хәбәрһеҙ юғалғандарҙы иҫкә алды.
Башҡортостан Башлығы 1 210 фронтовиктың, 632 Бөйөк Ватан һуғышы инвалидының, 32 меңгә яҡын тыл эшсәненең бөгөн дә сафта булыуын белдерҙе. Уларҙың барыһына ла республика ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, былтыр 25 мең ветеранға республика ҡаҙнаһынан социаль ярҙам сараһы күрһәтелгән. 34 мең самаһы ветеран диспансерлаштырыу үткән, күптәре шифаханаларҙа реабилита­цияланған. Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарын, ветерандарын, уларҙың тол ҡатындарын торлаҡ менән тәьмин итеү йәһәтенән эш дауам итә. 2010 йылдан алып 11 меңдән ашыу кеше торлаҡ сертификаты алған.
– Ваҡытты туҡтатыу мөмкин түгел. 1945 йылғы Еңеү яҙының тере шаһиттары йылдан-йыл кәмей. Фронтовик­тарҙың һәм тыл эшсәндәренең күпселеге 90 йәште үткән, улар араһында 100 йәшлек ветерандар ҙа бар, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бергәләп ҡәҙерле ветерандарыбыҙҙың барыһына ла ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйек. Һеҙҙең рух көсө, ҡаһарманлыҡ һәм ватансылыҡ йәш быуындар өсөн һәр саҡ лайыҡлы өлгө буласаҡ.


Вернуться назад