Ғаилә көнө айҡанлы11.05.2018
Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Профсоюздар федерацияһы һәм республиканың Эш биреүселәр союзы предприятиеларға һәм ойошмаларға 15 майҙа – Халыҡ-ара ғаилә көнөндә – ғаиләле хеҙмәткәрҙәр өсөн эш көнөн бер сәғәткә ҡыҫҡартырға тәҡдим итте.
Бындай ҡарар Башҡортостанда Ғаилә йылын үткәреү саралары планына бәйле, ул шулай уҡ ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалыуға, үҫтереүгә йүнәлтелә.