Федераль ҡаҙнанан йәнә грант11.05.2018
Башҡортостандан туғыҙ муниципаль мәктәпкәсә мәғариф ойошмаһы Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы үткәргән юридик берәмектәргә федераль ҡаҙнанан субсидия рәүешендә грант биреү буйынса конкурста ҡатнашты.
Республика Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, федераль бәйгелә һигеҙ еңеүсе араһында Башҡортостандан ике балалар баҡсаһы бар. Улар – Бөрө ҡалаһындағы “Йылмайыу” 7-се балалар баҡсаһы (1 миллион һумлыҡ грант), Өфө ҡалаһындағы 212-се балалар баҡсаһы (2 миллион һумлыҡ грант).
Конкурс “Мәғарифты үҫтереү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу нигеҙендә ойошторолдо.