Хәрби яҙмаларҙа – Матросов яҙмышы11.05.2018
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Башҡортостан закондары һәм норматив хоҡуҡ акттары йыйылмаһының 23-сө томы нәшерләүгә әҙерләнә. Унда 1943 йылғы документтар ингән. Китапты әҙерләү буйынса мөхәрририәт коллегияһына Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев етәкселек итә. Уның составына шулай уҡ республикалағы танылған тарихсылар, юристар инә.
– Сираттағы томға 200-ҙән ашыу норматив хоҡуҡ акты индерелде. Уларҙа һуғыштың иң ҡатмарлы йылында республика халҡының героик хеҙмәте сағыла, – тине Константин Толкачев. – Документтар замандаштарыбыҙҙың күпселеге бөтөнләй белмәгән байтаҡ мәғлүмәт менән таныштыра. Мәҫәлән, Бәләбәйҙә һәм Бөрөлә ил кимәлендәге дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре иҫәбенән репрессияланған сәйәси тотҡондар, Ишембай госпиталендә иһә Польшанан хәрби әсирҙәр булған.
23-сө том мәғлүмәттәре халыҡ хужалығындағы ауыр хәлде, ҡоролоҡто, аслыҡты, эпидемияны сағылдыра. 1943 йылдың сентябрендә республика буйынса 29 мең бала, өҫтөнә кейергә кейеме булмау сәбәпле, мәктәпкә бармаған. Шул уҡ ваҡытта 1943 йылда БАССР-ҙа фронт һәм тыл ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн сәнәғәттә өр-яңы йүнәлештәр үҫеш ала, нефть ятҡылыҡтары тикшерелә.
Томға шулай уҡ Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың яҙмышы менән бәйле документтар индерелгән. Улар киң йәмәғәтселеккә бик ҡыҙыҡлы булыр, моғайын.