Хөкүмәт башлығы һайланды11.05.2018
Пленар ултырышта Дәүләт Думаһы депутаттары, Дмитрий Медведевтың кандидатураһын тикшереп, уны Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Башлығы вазифаһына раҫланы.
Был кандидатураны ошо көндәрҙә Дәүләт Думаһына Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткәйне. Һөҙөмтәлә Дмитрий Медведев өсөн 374 депутат тауыш бирҙе. Улар бөтә тауыш биреүселәрҙең 83,1 процентын тәшкил итте. 56 кеше (12,4 %) ҡаршы булды.