Ветерандар хөрмәтенә09.05.2018
Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путиндың Указына ярашлы 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышының 1 700 инвалидына һәм ветеранына бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе тапшырасаҡ. 10 мең һум күләмендәге аҡса Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 73 йыллығын байрам итеү айҡанлы түләнә.
Рәсәй Пенсия фонды Идараһы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, Пенсия фонды аҡсаны алыусылар исемлеген әҙерләүгә бәйле ҙур эш башҡарҙы. Ул май-июнь айҙарында пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр менән бергә тапшырыласаҡ. Уны алыу өсөн Фондтың район, ҡалаларҙағы идаралыҡтарына мөрәжәғәт итеүҙең кәрәге юҡ. Түләү Пенсия фонды мәғлүмәттәре нигеҙендә таратыла.