Миәкәлә эштәр гөрләй08.05.2018
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Миәкә районына эш сәфәрендә сәсеү барышы менән танышты, етештереү, социаль һәм инфраструктура объекттарында булды, эшҡыуарҙар һәм муниципалитет етәкселеге менән биләмәләрҙе үҫтереү мөмкинлеген тикшерҙе.
Кожай-Семеновка ауыл биләмәһендәге “Маяҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм “Нива” ауыл хужалығы кооперативы баҫыуҙарында төбәк етәксеһе сәсеү барышы менән танышты. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов әйтеүенсә, быйыл сәсеү майҙандарының структураһы бер аҙ үҙгәргән, юғары табышлы культуралар өлөшө артҡан. Миәкә районында үтәсәк Баҫыу көнөндә республика хужалыҡтары етәкселәрен 200-гә яҡын культура сорттары менән таныштырасаҡтар.
Рөстәм Хәмитов аграрийҙар менән аралашты, техниканың әҙерлеге, кадрҙар тәьминәте менән ҡыҙыҡһынды, агропредприятиелар етәкселәре менән үҫеш, шул иҫәптән малсылыҡтағы мөмкинлектәр буйынса фекер алышты. Ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү хаҡында ла һүҙ барҙы.
Район башлығы Ришат Аҡтуғанов әйтеүенсә, Кожай-Семеновка ауыл биләмәһендә фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү күҙаллана. Күп йүнәлешле ауыл мәҙәниәт йортона ла ихтыяж бар, әммә уны һалыу өсөн өҫтәмә аҡса кәрәк. Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте тарафынан ярҙам күрһәтеү мәсьәләһен тикшерергә вәғәҙә итте.
Район үҙәге Ҡырғыҙ-Миәкәлә төбәк Башлығы 1970 йылдарҙа төҙөлгән 2-се урта мәктәпте ҡарап сыҡты. 2015 – 2017 йылдарҙа бында республика ҡаҙнаһы аҡсаһына капиталь ремонт яһалған: ҡыйыҡ, тәҙрә, ишектәр, йылылыҡ системаһы алмаштырылған, фасад йылытылған, көпләнгән, мәктәп эсендәге бүлмәләр төҙөкләндерелгән, янғын сигнализацияһы, видеокүҙәтеү системаһы ҡуйылған. Ремонт эшенең дөйөм хаҡы 14 миллион һум самаһы тәшкил иткән. Бынан тыш, мәғариф учреждениеһының матди базаһы ла нығытылған. Әле мәктәптә бер сменала 415 бала уҡый.
– Афариндар! Барыһы ла яҡшы, – тине Рөстәм Хәмитов, яһалған ремонт сифатына баһа биреп. – Күп аҡса сарыфламайынса ҙур эш башҡарғанһығыҙ, мәктәп бик күркәм.
Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы яңы биҫтәлә республика Башлығы 5-се балалар баҡсаһын ҡарап сыҡты. Ул 2015 йылда сафҡа индерелгән. Әле бында алты төркөм ойошторолған, 120 бала йөрөй.
Эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов республика баҙарында 2008 йылдан эшләгән “М-Профиль Миәкә профнастилы” компанияһының етештереү базаһында булды. Әйткәндәй, Миәкә районынан тыш, компания цехтары Бишбүләк районында, Бәләбәй ҡалаһында урынлашҡан. Эшендә ул Магнитогорск металлургия комбинаты сеймалын файҙалана.
Етештереү базаһында төбәк етәксеһе Миәкә районындағы эшҡыуарҙар берләшмәһе менән осрашты. Умартасылыҡ менән шөғөлләнгән Илдус Ғүмәров 2010 йылда бер төркөм фекерҙәштәре менән кооператив ойоштороуы тураһында һөйләне. Улар “Башҡортостандың баллы байлығы” бренды аҫтында бал һәм башҡа продукция сығара. Ул Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә танылыу яулап өлгөргән.
Эшҡыуарҙар менән осрашыуҙан һуң республика Башлығы, федераль сауҙа селтәрҙәре магазинына инеп, урындағы продукцияны һатыу менән ҡыҙыҡһынды, әммә кәштәләрҙә үҙебеҙҙең тауарҙар юҡ тип әйтерлек ине.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, әңгәмә барышында күтәрелгән дәүләт ярҙамы алымдарын камиллаштырыу, республика продукцияһын үҫтереү темалары сауҙа селтәрҙәренең төбәк вәкиллеге етәкселәре ҡатнашлығындағы айырым кәңәшмәләрҙә ҡараласаҡ.