Һаҡсыл ҡарашҡа ни етә!08.05.2018
Һаҡсыл ҡарашҡа ни етә!Хөкүмәт йортонда “Һаҡсыл Хөкүмәт” пилот проектын тормошҡа ашырыу буйынса Координацион совет ултырышы үтте. Сарала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

Проект республикабыҙҙың 14 дәүләт органында ғәмәлгә ашырыла. Әле унда ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә ойоштороу эштәрен тулыһынса тамамлаған. Команданың тупланыуы, ҡулайлаштырыуға дәғүә иткәндәр өсөн эш йүнәлештәренең билдәләнеүе, проект һөҙөмтәләрен халыҡҡа сығарыу өсөн майҙансыҡ әҙерләнеүе – шуға асыҡ миҫал.
– Координацион советтың тәүге ултырышын үткәрһәк тә, был тәңгәлдә эш күптән башланды, тәүге ыңғай һөҙөмтәләр ҙә бар, – тине республика етәксеһе, кәңәшмәне асып. – Шул уҡ ваҡытта графиктан артта ҡалыу ҙа юҡ түгел, барыһы ла теркәлеп бара. Ҡытыршылыҡтарҙы бөтөрөү тураһында һөйләшәйек.
Әйткәндәй, һәр министрлыҡта һәм ведомствола яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр күҙгә ташлана. Әйтәйек, бер-береһен ҡабатлаған эш алымдары бөтөрөлгән, әгәр элек килешеүгә тапшырылған документтар оҙайлы юл үтһә, хәҙер ул күпкә ҡыҫҡарған, хеҙмәткәрҙәргә эш күләме тигеҙ бүленә башлаған, граждандарға ҡулайлы шарттар тыуҙырылған һәм башҡа төрлө уңайлыҡтар булдырылған.
Рөстәм Зәки улы белдереүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә киләһе алты йылда хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү бурысын ҡуйған. Ул беҙҙәге идара итеү командаһына ла ҡағыла, мәсьәлә хәл ителәсәк.
Ҡайһы бер төбәктәрҙә һаҡсыл производство нигеҙендә бизнес-процестарҙы һөҙөмтәле үҫтереү өсөн хәҙерҙән үк дәүләт программалары ҡабул ителгән. Был йәһәттән беҙгә лә уйланырға урын бар.
Сығыш яһаусылар – Башҡортостан Башлығының Эштәр идарасыһы Ринат Шәғәлин, республикабыҙҙың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов һәм башҡалар ҡулайлаштырыу, кәмселектәрҙе бөтөрөү юлдары тураһында һөйләне


Вернуться назад