Мәғарифҡа – бер миллиард һум08.05.2018
Башҡортостанда мәғарифты үҫтереүгә өҫтәмә рәүештә бер миллиард һум бүленә. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың күрһәтмәһенә ярашлы, был аҡса уҡыусылар өсөн хәүефһеҙ, заманса уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтеләсәк.

Мәғариф учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу мәсьәләһе Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында тикшерелде.
– Аҡса республиканың 30 муниципалитетындағы 140-тан ашыу белем биреү ойошмаһын төҙөкләндереүгә тотоноласаҡ, – тине мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова. – 50 дәүләт мәғариф ойошмаһы янғын хәүефһеҙлеге ҡулайламалары менән тәьмин ителәсәк, 3 700 мәктәптә һәм балалар баҡсаһында террорсылыҡтан һаҡлау сараһы күреләсәк.
Шулай уҡ ошо аҡсаға республиканың бәләкәй ҡалаларындағы технопарктарҙы яңыртыу, ҡала ситендәге балалар һауыҡтырыу лагерҙарын капиталь төҙөкләндереү, предуниверсарийҙар ойоштороу күҙаллана. WorldSkills Russia стандарты буйынса махсус компетенциялар үҙәктәрен төҙөүгә ҡорамалдар һатып алыу өсөн 100 миллион һум, һәләтле балаларҙы һәм йәштәрҙе үҫтереүгә тағы ла 10 миллион һум йүнәлтеү ҡарала.
Хөкүмәт ултырышында шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау тармағын камиллаштырыуға ярты миллиард һумдан ашыу аҡса бүлергә ҡарар ителде.


Вернуться назад