Ҡайһы төбәктә үлем күп?07.05.2018
Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы былтыр үлем осрағы ҡайһы төбәктәрҙә юғары, ҡайһыларында аҙ булыуын билдәләне.
Иң аҙ үлем осрағы Ингушетияла икән (бер мең кешегә – 3,2 үлем осрағы. Чечняла (4,6 осраҡ), Ямал-Ненец автономиялы округында (4,9), Дағстанда (5,1), Ханты-Манси автономиялы округында ла (6,2) ул юғары түгел.
Иң юғары үлем күрһәткесе Псков (бер мең кешегә 17,4 осраҡ), Новгород (17,1) өлкәһендә теркәлгән. Былтыр Рәсәйҙә 1,8 миллион кеше вафат булған. Был 2016 йыл менән сағыштырғанда 63,5 меңгә кәмерәк. “Үлемгә илткән төп сәбәптәрҙең береһе – йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары. Иҫерткес эсемлектәрҙе күп ҡулланыу, тәмәке тартыу, аҙ хәрәкәтләнеү ҙә булышлыҡ итә. Кавказ республикаларында бындай факторҙар һирәгерәк, шуға ла унда үлем кимәле түбән”, – ти кардиолог Александр Тулякин.