Матбуғат-2018: Гәзиткә яҙыл да бүләк от!04.05.2018
“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто” дәүләт унитар предприятиеһы 2018 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы уңайынан “Туған телеңдәге баҫмаға яҙыл!” марафонын иғлан иткәйне.
“Башҡортостан” гәзитенең дуҫтары “Аҙна һайын — бүләк!”, “Суперприз от!” конкурстарында ҡатнаша ала.
Шарттары ябай: гәзиткә яҙылығыҙ ҙа квитанцияғыҙҙың күсермәһен үҙегеҙ тураһында мәғлүмәт менән бергә редакцияға ебәрегеҙ.


“Аҙна һайын бүләк!”

Еңеүселәр редакцияға килгән квитанциялар буйынса һәр аҙнала билдә­ләнә. Бүләк редакцияла тапшырыла.

“Суперприз от!”

“Башҡортостан”ға һәм үҙегеҙҙең район (ҡала) гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылған хәлдә, һеҙ был конкурста ла ҡатнаша алаһығыҙ.
Квитанцияғыҙҙың күсермәләрен, хаттың тышына “Суперприз от!” тип яҙып, түбәндәге адрестар буйынса ебәрегеҙ: 450079, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13, 5-й этаж; ГУП ИД “Республика Башкортостан”, г. Уфа, ул. Кирова, 45.
Иң ҙур бүләк — телевизор менән ТВ юлдашы приемнигы. Шулай уҡ телевизор, планшеттар ҙа хужаларын көтә. Еңеүселәр лототронда билдә­ләнәсәк. Беренсе урынды яулаған еңеүселәргә бүләк Өфөлә тапшырыласаҡ.


Вернуться назад