Өфөләрҙе “Еңеү рекорды” ҡуйырға саҡыралар. 9 майҙа Өфө ошондай Халыҡ-ара спорт-патриотик акцияһына ҡушыла. Унда теләге булған һәр кеше ҡатнаша ала.
Ойоштороусыларҙың ниәтенсә, сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла бер үк ваҡытта ҡулдарға таянып кәүҙәһен күтәрә (отжимание) башлаясаҡ. Күнекмәләрҙең дөйөм һаны Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан алып үткән тыныс 26 663 көнгә етергә тейеш.
Баш ҡаланың Ленин районы хакимиәтендәге мәғлүмәт-аналитика бүлегенән белдереүҙәренсә, быйыл “Еңеү рекорды” акцияһы Затон биҫтәһендәге “Тулҡын” скверы алдындағы майҙанда уҙғарыла. Сара көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана.