Өфөлә, йола буйынса, фонтандар асылды. Уларҙың эшләй башлауын йәй миҙгеле килеүенә тиңләйҙәр. Ошо айҡанлы баш ҡалабыҙҙағы иң матур фонтандарҙың береһе – “Ете ҡыҙ” музыкаль фонтаны янында байрам саралары үтте. — Ошондай күркәм ҡорамалдар төҙөүгә нигеҙ булып торған йолалар беҙҙе — йәштәрҙе лә, ололарҙы ла — тәрбиәләй. Тамырҙарҙы онотмаҫҡа, ата-бабаларҙы хөрмәтләргә кәрәклеге хаҡында иҫкә төшөрөп тора. Әле Ленин исемендәге майҙанда шартлыса “Сәғәт” тип аталған фонтан төҙөлөшөн яңынан тергеҙҙек. Уға исем һайлау буйынса конкурс иғлан итәсәкбеҙ, – тине Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов.
Ғөмүмән, 1 Майҙа республиканың һәр район-ҡалаһында байрам саралары ойошторолдо. Өфөнөң Спорт һарайы алдында, мәҫәлән, Яҙ һәм хеҙмәт көнө айҡанлы үткәрелгән тантанала төбәк халҡын республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев тәбрикләне.