9 Май айҡанлы Башҡортостанға һуғыш ветерандарына һәм тыл эшсәндәренә Рәсәй Президентынан 45 мең ҡотлау килде. Республиканың Федераль почта элемтәһе идаралығынан ошо турала хәбәр иттеләр. Открыткалар 2 – 9 майҙа тапшырыла. Ветерандарҙы конвертта күрһәтелгән адрес буйынса тапмаған осраҡта, хаттар ай дауамында почтала һаҡланасаҡ, хат ташыусылар уны һуңыраҡ килтерәсәк. Рәсәй почтаһы һәм Пенсия фонды ветерандарҙың яңы адрестарын да асыҡлаясаҡ.
Президенттың ҡотлауы һалынған конвертта Ватан һуғышы ордены һәм 150-се Идриц-Берлин уҡсылар дивизияһы байрағы һүрәтләнгән. Ҡотлау открыткаһының уң яғында — “Белоруссия вокзалында демобилизацияланған яугирҙәрҙе ҡаршылау” фотоһы. Открытканың һул яғында Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанындағы хәрби парад, 13-сө гвардия дивизияһы яугирҙәре араһында Советтар Союзы Геройы А.И. Родинцев, ППШ пистолеттарын, пулеметтарын йыйған ҡатын-ҡыҙҙар, ата-әсәһе Германияға ҡыуып алып кителгән 10 йәшлек Володя Лукин менән әңгәмәләшеп торған билдәһеҙ яугир, Освенцим концлагерынан азат ителгән бер төркөм балалар, шулай уҡ Мәскәүҙәге Еңеү салюты фотолары файҙаланылған.