Минималь эш хаҡы арта04.05.2018
Минималь эш хаҡы арта
“Минималь хеҙмәт хаҡы түләү тураһында”ғы федераль закондың 1-се статьяһына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, 1 майҙан айлыҡ минималь эш хаҡы 11 163 һум күләмендә тәғәйенләнде.
Йыл башында ул 9 489 һумға тиң ине.
Баҡсасылар, белмәй ҡалмағыҙ!
Рәсәй Һалым инспекцияһының 333.35-се статьяһының икенсе өлөшөнә индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ойошмалары хужалыҡ ихтыяжына ер аҫты һыуҙарын ҡулланыуға лицензия алғанда дәүләт пошлинаһынан ваҡытлыса азат ителә.
Был закон 7 марттан ғәмәлгә инде һәм 2019 йылдың 31 декабренә тиклем көсөндә ҡала.
Ҡоралға рөхсәтең бармы?
“Ҡорал тураһында”ғы федераль закондың 23-сө статьяһына үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер ҡорал алыу һәм һаҡлау, йөрөтөү хоҡуғы биргән лицензияны административ тәртиптә көсөнән сығарыу исемлеге билдәләнде.
Ойошмаларҙың ҡоралға хоҡуҡ ваҡыты үтһә, Эске эштәр министрлығы тарафынан улар ғәмәлдән сығарыла. Шул уҡ ваҡытта был закон Рәсәй граждандарына ғына ҡағыла.
Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?
Башҡортостан Республикаһының Ғаилә кодексының 58-се статьяһына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, ата-әсәләр балаға исем ҡушҡанда исемдә һан, хәреф-һан тамғалар, символдар, хәреф булмаған билдәләр, тиргәү, ранг, вазифа, титул һүҙҙәре ҡулланыу тыйыла. Шулай уҡ атай менән әсәйҙең фамилияһы ике төрлө булғанда, ике фамилияны ла берләштереп алыу рөхсәт ителә. Әммә ул ике һүҙҙән артмаҫҡа һәм фамилиялар араһында һыҙыҡса ҡуйылырға тейеш.
Хөкөм ителгәндәр ғаиләһе менән йәшәй ала
Рәсәй Юстиция министрлығының бойороғона ярашлы, эске тәртипте боҙмаған хөкөм ителеүселәргә ғаиләләре менән ҡуртымға алынған йәки колония-поселение эсендә йә ошо территорияла урынлашҡан муниципаль берәмектәге шәхси йорттарҙа бергә йәшәү рөхсәт ителә.
Бындай хоҡуҡты алыу өсөн хөкөм ителеүсенең ғаризаһы һәм ҡатынының, бәлиғ булмаған балаларының бергә йәшәү өсөн ризалығы, торлаҡҡа хоҡуҡтарын раҫлаусы документтары булырға тейеш. Хөкөм ителеүсенең ғаризаһын урындағы учреждение ҡарағандан һуң раҫлау өсөн Рәсәй Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең территориаль органына ебәрә.
Рөхсәт алған осраҡта, хөкөм ителеүсе айына дүрт тапҡыр колония-поселениеға килеп теркәлеп торорға тейеш. Ғаиләнең йәшәү шарты менән холоҡ төҙәтеү етәкселеге танышыу хоҡуғына эйә.
Өфө ҡалаһы Киров районы прокуратураһы.