Төрки халыҡтарының донъя кимәлендәге мәҙәниәтен, әҙәбиәтен пропагандалаған ТөркСОЙ ойошмаһы 2018 йылға календарь нәшер иткән.Уның һәр битендә төрки донъяһында тап быйыл юбилейы билдәләнгән шәхестәрҙең һүрәте бирелгән. Май айын күренекле ғалим, академик Ғайса Хөсәйеновтың портреты биҙәй, ә декабрь битендә мәшһүр сәсәнебеҙ, халыҡ ижадын өйрәнгән, “Урал батыр”ҙы халыҡҡа еткергән шәхес Мөхәмәтша Буранғоловтың һүрәте урын алған.
Календарь төрки дәүләттәргә, республикаларға таратыла. Барса төрки донъяһы үҙҙәренең күренекле шәхестәрен танып белһен өсөн эшләнгән был проект төбәктәрҙә лә ҡыҙыҡһыныу уятты.