Бәйгегә_саҡырабыҙ: Һеҙҙең яҡтың лайыҡлы шәхестәре кем?04.05.2018

2017 йылдың октябрендә “Башҡортостандың 100 йыллығына – йөҙ исем” тип аталған ижади марафон башланғайны. Ул быйыл октябргә тиклем дауам итәсәк. “Деловой мир Башкортостана” гәзите барлыҡ теләүселәрҙе лә ошо сараға әүҙем ҡушылырға саҡыра. Марафон тамамланыуға күп ваҡыт ҡалманы. Иң әүҙемдәрҙе приздар көтә. Ни өсөн беҙ марафон үткәрәбеҙ, тиһегеҙме?

2019 йылда Башҡортостан халҡы республикабыҙҙың бер быуатлыҡ юбилейын билдәләйәсәк. 2016 йылдың июлендә Рәсәй Президенты В. Путин “Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүгә 100 йыл тулыу уңайынан байрам саралары ойоштороу тураһындағы” Указға ҡул ҡуйҙы. “Деловой мир Башкортостана” гәзите редакцияһы республикабыҙҙың юбилейына арнап “Сто достижений Башкортостана” тигән урыҫса китап әҙерләй. Беҙ унда республикабыҙҙан сыҡҡан күренекле шәхестәр, шулай уҡ ситтә йәшәгән башҡорттар һәм бүтән милләт вәкилдәре хаҡында бәйән итмәк­себеҙ. Уларҙың Башҡортостандың, Рәсәй өлкәләренең иҡтисади, көнкүреш, мәҙәни үҫешенә индергән өлөшө сағыласаҡ был китапта. Шулай уҡ телебеҙҙе, милли рухиәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы һаҡлаған арҙаҡлы кешеләргә лә айырым иғтибар бирелә.
Кем марафонда ҡатнаша ала? Һөнәренә, йәшәгән урынына, милләтенә ҡарамаҫтан – һәр кем! Беҙ ошо юлдарҙы уҡыусыларҙы проектта ҡатнашырға, лайыҡлы атай-әсәйҙәрегеҙҙе, туғанда­рығыҙҙы, дуҫтарығыҙҙы, һөнәрҙәштә­регеҙҙе, таныштарығыҙҙы марафонға ҡушылырға өндәүегеҙҙе һорайбыҙ. Был шәхестәр табип, педагог, инженер, төҙөүсе, нефтсе, шахтер, фермер, эшҡыуар, һуғыш ветераны, ҡала-ҡасабаларыбыҙҙың почетлы азаматы, етәксе, депутат булыуы ихтимал.
Дуҫтар! Беҙҙең оло марафоныбыҙҙа ихлас ҡатнашырһығыҙ һәм үҙегеҙҙең барлыҡ туғандарығыҙҙы, дуҫ-танышта­рығыҙҙы ла йәлеп итерһегеҙ, тип өмөт­ләнәбеҙ. Редакциябыҙға китапҡа инергә лайыҡлы шәхестәрҙең исем-шәрифен һәм телефондарын биреүегеҙҙе үтенәбеҙ. Марафонда иң әүҙем ҡатнашыусыларҙы беҙҙең редакцияның махсус бүләктәре көтә.
Бынан тыш, һеҙ атай-әсәйҙәрегеҙгә, яҡын кешеләрегеҙгә бынамын тигән сюрприз яһай алаһығыҙ. Бының өсөн уларҙың данлы тормошо һәм фиҙакәр хеҙмәт юлы тураһында мәҡәлә яҙып, китапҡа индереү ҙә етә. “Сто достижений 100-летию Башкортостана” китабы бүләк форматында, ялтырап торған яҡшы сифатлы ҡағыҙҙа сығасаҡ, ул бик матур иллюстрация­ланасаҡ. Баҫмаға халыҡ-ара стандарт китап номеры – ISBN биреләсәк. Китаптың бер өлөшө проектта ҡатнашҡан предприя­тиеларға таратыласаҡ. Шулай уҡ министр­лыҡтар, ведомстволар, Рәсәй төбәктәре етәкселәре, ҡала һәм өлкә башлыҡтары был китапты аласаҡ. Рәсәйҙең билдәле китапханаларына, китап палаталарына ебәреләсәк. Рәсәй һәм халыҡ-ара китап йәрминкәләрендә, күргәҙмәләрҙә юғары форумдарҙа лайыҡлы урын аласаҡ. Китап Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгәндә Рәсәй һәм сит дәүләттәрҙең делегацияларына тапшырыласаҡ.

Резида БИКҠОЛОВА,
проекттың етәксеһе, “Деловой мир Башкортостана” гәзитенең
баш мөхәррире.


Вернуться назад