ГТО талисманы кәрәк02.05.2018
Дүрт йыл элек Рәсәй Президенты “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы тураһындағы” Указға ҡул ҡуйғайны. Яңыраҡ “ГТО талисмандары” конкурсы иғлан ителде.

Уның сиктәрендә һәр автор кешенең сыҙамлылыҡ, көс, һығылмалылыҡ, тиҙлек кеүек сифаттарын һүрәтләгән биш персонаж тәҡдим итә ала. Талисмандар билдәле йәнһүрәт, фильм геройҙарына, теркәлгән эмблемаларға, логотиптарға, тауар билдәләренә, уҙған башҡа сараларҙағы талисмандарға оҡшарға тейеш түгел. Макеттарҙың сәләмәт тормош рәүешенең мәҙәни ҡиммәтен сағылдырыуы, “физик культура”, “спорт”, “көс-ҡеүәт”, “еңеүгә ихтыяр”, “үҫеш һәм прогресс”, “уңыш”, “Рәсәй” төшөнсәләре менән ауаздаш булыуы хуплана.
Конкурс өс этапта уҙып, быйыл 7 ноябрҙә тамамлана. Эштәр 14 майҙан 30 июнгәсә ҡабул ителәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте ГТО комплексының интернет-порталында һәм илдең Спорт министрлығы сайтында алырға мөмкин.


Вернуться назад