Эҙәрмәндәрҙең изге эше02.05.2018
“Воронов” эҙләнеү экспедицияһы Ленинград өлкәһенең Киров райо­нында ҡаҙыу эшенә тотондо.

Быйыл Өфөнән, Ишембайҙан, Салауаттан, Мәләүездән, Межгорьенан, Октябрьскийҙан, шулай уҡ Нуриман, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы, Бишбүләк райондарынан йөҙ эҙәрмән һәләк булған һалдаттарҙы эҙләргә килгән.
– Бер үк ваҡытта өс экспедиция эшләй башланы. “Волхов фронты”нда Дыуан, Нуриман райондары һәм Дәүләкән ҡалаһы отрядтары, “Кириши” һәм “Сталинград” экспедицияларында Туймазы һәм Көйөргәҙе райондары эҙәрмәндәре ҡатнаша. Бынан тыш, Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Туймазы районы отрядтары Ростов һәм Липецк өлкәләрендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һуғышҡан урындарҙа эҙләнеү эштәре алып бара, — тине Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, “Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте” йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Владимир Волков.


Вернуться назад