Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Мәғарифҡа булышлыҡ итеү һәм уны үҫтереү фонды “Еңеүҙең автойылъяҙмаһы” тигән акция ойошторҙо.Фонд ирекмәндәре бөтә водителдәргә бушлай наклейкалар тарата. Стәрлетамаҡ урамдары буйлап йөрөгәндә ҡала халҡы, автомобилдәрҙәге яҙыуҙарҙы уҡып, атай-олатайҙарыбыҙҙың батырлығын өйрәнеү мөмкинлегенә эйә. Былтыр үткәрелгән ошондай уҡ патриотик сарала өс йөҙгә яҡын автоһәүәҫкәр ҡатнашҡан. Ойоштороусыларҙың фекеренсә, быйыл иһә уларҙың һаны тағы ла артасаҡ.
Мәғарифҡа булышлыҡ итеү һәм уны үҫтереү фонды Башҡортостандың башҡа ҡала-райондары халҡын да акцияға ҡушылырға саҡыра.