Сәләмәт киләсәкте хәстәрләп02.05.2018
Башҡортостанда өр-яңы балалар поликлиникаларын төҙөү, ғәмәлдәгеләрен ҡайтанан йыһазландырыу шарт. “Сәләмәт киләсәк” партия проекты ошо йүнәлешкә контроллек итәсәк. Проекттың координаторы, Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы Рөстәм Әхмәтшин “Берҙәм Рәсәй. Йүнәлеш-2026” төбәк дискуссияһында ошо турала белдерҙе.
Әлеге проектҡа ярашлы, балаларға ярҙам күрһәткән медицина учреждениеларына мониторинг үткәрелә, ойошманың хәле, кадрҙар һәм ҡорамалдар менән тәьмин ителеү кимәле баһалана.
Рөстәм Әхмәтшин әйтеүенсә, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, республикала һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге кадрҙарға ҡытлыҡ һиҙелмәй, әммә өр-яңы технологияларҙы өйрәнгән белгестәр әҙерләргә кәрәк. Тәү сиратта был медицина генетикаһы кеүек йүнәлешкә ҡағыла.
Фекер алышыу барышында ғүмер оҙайлылығы мәсьәләһе күтәрелде. Фельдшер-акушерлыҡ пункттарын ойоштороуға, ҡайтанан асыуға, яман шеш сирҙәрен диагностикалауға иғтибар йүнәлтелде. Әйткәндәй, был проблема Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә лә билдәләнгәйне. Мәсьәлә медицина хеҙмәткәрҙәре яғынан ғына түгел, тотош йәмғиәттең контролен талап итә. Сарала шулай уҡ йәш быуында сәләмәт тормошҡа ынтылыш тәрбиәләү буйынса тәҡдимдәр яңғыраны.