Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле музей өсөн экспонат йыйыуы хаҡында белдерҙе. Акция ансамблдең 80 йыллығына арнала. 2019 йыл аҙағында — Өфөлә, 2020 йылда иһә Мәскәүҙә ҙур юбилей концерттары үтәсәк. Иң ҡыҙыҡлы экспонаттар музей коллекцияһында урын аласаҡ, ҡатнашыусылар июндә йәки сентябрҙә ансамблдең концерттарына саҡырыласаҡ.
Әйткәндәй, күптән түгел Ғәскәров исемендәге ансамбль музейы яңы экспонат менән тулыланды. Өфөлә йәшәгән Руслан исемле егет 1962 йылғы афишаны бүләк итте. Ошо ваҡиға акция иғлан итеүгә этәргес бирҙе.
— Афишаны Аксаков урамындағы иҫке йорттарҙың береһендә тапҡандар. Рәхмәт йөҙөнән ансамбль етәкселеге Русланға июндә уҙғарыласаҡ концертҡа саҡырыу билеты тапшырҙы, — тине коллективтың матбуғат секретары Элиза Сынбулатова.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль музейы 2010 йылда ойошторолған. Уның экспозицияһы коллектив тормошоноң данлы үткәндәрен сағылдыра. Йөкмәткеһе һәм биҙәлеше буйынса уникаль музей түңәрәк формала төҙөлгән, ул “Заһиҙә” бейеүенең скульптур композицияһын үҙ эсенә ала. Музейға ансамбль концерттары үткән көндә йәки алдан яҙылып килергә мөмкин.
Белешмәләр өсөн телефон: (347) 276-18-19.