Кәмендә 450 кооператив төҙөләсәк27.04.2018
Рәсәй Йәмәғәт палатаһы Өфөлә ойошторған “Берләшмә” форумында билдәләүҙәренсә, 2020 йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда кәмендә 450 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын төҙөү күҙаллана. Әле республикала 116 кооператив теркәлгән. Шуларҙың 39-ы — былтыр, 16-һы быйыл барлыҡҡа килгән.
Теркәлгән 116 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативының 80 проценты тиерлек һөҙөмтәле эшләй. Кооперация системаһын үҫтереү буйынса планға ярашлы эш быға күп яҡлап булышлыҡ итә.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың указына ярашлы 2020 йылға тиклемге осорға Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперацияһын үҫтереү концепцияһы раҫланды. Йыл һайын грант ярҙамына һәм килемле проекттарға 400 миллион һум самаһы аҡса бүлеү күҙаллана.
— Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы — табышты арттырыу мөмкинлеге ул. Мәҫәлән, кооператив һөт йыйып, уны эшкәртһә, кооперативтың һәр ағзаһының бер һыйырҙан алған табышы 80 меңдән 100 мең һумға тиклем артыуы ихтимал. Насармы ни? — тине форумда республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов.